Телевидение донъяһы тормошобоҙға килеп ингән дәүерҙә ул ниндәйҙер мөғжизәләр иле, экрандағы кешеләр ябай кешеләр түгел, ә илаһи заттар булараҡ ҡабул ителә торғайны. Заман үҙгәреү менән, телевидение ла күҙ етмәҫлек тиҙлек менән үҙгәрә бара. Яңы телевизион каналдар барлыҡҡа килә; яңылыҡтар көнөндә түгел, сәғәтендә тамашасыларға барып етә; радио менән телевидение хәҙер йәнәш түгел, ә ҡулға-ҡул тотоноп атлай… Республикабыҙҙың эфир киңлектәренә ышаныслы аҙымдар менән “Башҡортостан-24” телевизион каналы сыҡты.
Тикшеренеүҙәр буйынса, каналды беҙҙең республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә, хатта интернет аша сит илдәрҙә лә әүҙем ҡарап баралар. “Башҡортостан-24” әле сабый ғына – уға ни бары дүрт йыл! Әкиәттә әйтмешләй, “йыл үҫәһен – ай үҫкән, ай үҫәһен – көн үҫкән” телеканал менән яҡындан таныштырыуын үтенеп, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының филиалы – “Башҡортостан” ДТРК-һының генераль директоры, танылған журналист, I дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры Азамат СӘЛИХОВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Азамат Рафаэль улы, “Башҡортостан-24” телеканалы нимәнән башланды?
– Телерадиокомпанияның етәксеһе булып эшләй башлау менән мөмкинлектәренең ни тиклем ҙур икәнлегенә ныҡлап инандым. “Рәсәй-1”, “Рәсәй-24” телевизион каналдарында төбәктәргә көнөнә бер нисә тапҡыр ваҡыт бүленә, әлбиттә. Ләкин ошо ваҡыт арауығына беҙҙең компания көн һайын эшләгән продукцияның бары тик кескәй генә өлөшө һыя торғайны. Мәҫәлән, “Ауаз” программаһы аҙнаһына өс кенә тапҡыр сыға ине! Профессиональ йәһәттән ныҡлы, рус телендә лә, башҡортса ла юғары сифатлы тапшырыуҙар әҙерләрлек талантлы журналистарыбыҙ, һәләтле, эшһөйәр режиссерҙар, операторҙар, инженерҙарыбыҙ барлығын иҫтә тотоп, үҙаллы телеканал хаҡында уйлана башланыҡ.
Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк департаменты етәксеһе Рифат Абдулваһап улы Сабитовҡа рәхмәт – уның ярҙамы менән әкренләп каналды “үҫтерә” башланыҡ. Тәү сиратта “Ауаз”ды көн һайын сығарҙыҡ, студияны яңырттыҡ. Артабан Рәсәй-Башҡортостан радиоһының эфир ваҡытын киңәйттек, сайтты заманса үҙгәрттек. Әлегәсә ҡыҫҡа сюжеттарҙан артып ҡалып, “кәрзингә ташланған” материалдарҙы киң форматҡа эйләндерҙек, айырым тапшырыуҙар сыға башланы. Һәм, ниһайәт, 2016 йылдың 9 майында тәүләп интернет аша эфирға сыҡтыҡ!
Әлбиттә, киләсәгебеҙҙең ниндәй булырын алдан әйтеү ауыр ине, тик, халыҡ әйтмешләй, “Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй”! Хәҙер тәүлек әйләнәһенә эшләйбеҙ, башҡортса һәм русса яңылыҡтар эфирға сәғәт һайын сыға, тематик тапшырыуҙар, фонд материалдары, тура трансляциялар… Беҙҙең “алтын фонд” – баһалап бөткөһөҙ хазинабыҙ ҙа бар бит әле: спектаклдәр, фильмдар, телевизион тапшырыуҙар – ваҡыт үткән һайын улар бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡабул ителә, тамашасылар уларҙы һәр ваҡыт һағынып көтөп ала.
– “Башҡортостан-24” республикабыҙҙа эшләп килгән башҡа телеканалдарҙан нимәһе менән айырыла?
– Хәтерләйһегеҙҙер, заманында беҙҙең республикала берҙән-бер телевизион канал эшләй ине, артабан БЮТ барлыҡҡа килде; әлеге мәлдә Тамыр, Ҡурай, Вся Уфа һәм башҡа каналдар эшләп килә, ләкин беҙҙең ҙур республикабыҙ өсөн былар ғына әҙ, әлбиттә. Татарстанда, мәҫәлән, 10 канал эшләй һәм һәр береһенең үҙ урыны бар. Дөйөм алғанда, республикабыҙҙа зауыҡлы, заманса яңы телеканал барлыҡҡа килеүе – бик яҡшы күренеш, тип иҫәпләйем.
Беҙҙең каналдың үҙенсәлеге шунда: федераль лицензия менән эшләйбеҙ. Ҙур телевизион “ғаилә” – Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы тигән уникаль видеохолдингта Башҡортостан телевидениеһы лайыҡлы урын биләй: республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙы, туған телебеҙҙе бөтөн донъяға танытабыҙ. Беҙҙең каналда күрһәтелгән сюжеттар шунда уҡ федераль каналдарға ла сыға бара. Бындай конвергентлыҡ беҙҙең каналда ғына бар.
– Бөгөн “Башҡортостан-24” республикабыҙ өсөн өр-яңы офоҡтар аса: хәҙер беҙҙең Рәсәй-Башҡортостан радиоһының, Маяҡ, ВестиFМ радиоканалдарының тапшырыуҙарын да бит телевизорҙан ҡарау мөмкинлеге асылды…
– Эйе. Радиостудияларыбыҙҙың телеэкранға сығыуы, берҙән, яңы каналыбыҙҙы нығытты, тәрән эстәлекле, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар өҫтәне. Икенсенән, радио хеҙмәтенең аудиторияһын бермә-бер киңәйтте. Мәҫәлән, бына инде нисәмә йыл халҡыбыҙ данлыҡлы диктор Наилә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдинованы радионан яратып тыңлай. Хәҙер уның тауышын тыңлау ғына түгел, үҙен дә күрә ала! Танылған журналистарыбыҙ Элла Серебрякова, Наталья Санникова, Константин Бережной, Ришат Миңдейәров, Эльвира Сафина һәм башҡаларҙың ҡыҙыҡлы, фәһемле тапшырыуҙарын бер үк ваҡытта радионан да тыңларға, “Башҡортостан-24” каналынан ҡарарға ла мөмкин!
Әлегәсә беҙ, сикләнгән мөмкинлектәребеҙҙән сығып, яңылыҡтар программаларына өҫтөнлөк бирә килдек. Телевидение, әлбиттә, көнүҙәк мәсьәләләрҙе, көндәлек ваҡиғаларҙы халыҡҡа еткереп торорға тейеш, был һәр телеканал өсөн – ҡағиҙә, ләкин беҙҙең компания өсөн был ғына әҙ булып сыҡты! Күреп торам – беҙҙең егет-ҡыҙҙарҙың күҙҙәре яна, үҙ тапшырыуҙарын, фильмдарын эшләргә, ижад итергә теләктәре ҙур. Һәм, ниһайәт, хәҙер яңы тапшырыуҙарға юл аса алабыҙ.
– Телевизор ҡараусыларҙың яңы программалар хаҡында ентекләберәк белгеһе киләлер…
– Тапшырыуҙарыбыҙҙың төрлө йәштәге, төрлө зауыҡлы тамашасыларға ла ҡыҙыҡлы булыуына шикләнмәйем. Беҙҙең локомотив – Милли тапшырыуҙар редакцияһы. Ләйсән Тимербулатованың “Мәҙәниәт яңылыҡтары”, Нәркәс Йосопованың “Халыҡ медицинаһы”, Ғәзиз Лоҡманов, Ғәлимйән Ибәтуллин, Вилдан Ғәлиндәр алып барған “Башҡортса интервью”, Закир Шәриповтың “Хоҡуҡи программа”һын йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡарай. Айгөл Кантюкованың “Уфимский вечер”, “Про фольклор”, Алина Каматова әҙерләгән “Уфимские вести”, Евгения Андреева менән Артур Басиров, Надежда Марьина менән Рөстәм Ғәббәсовтың көн һайын сыҡҡан “Доброе утро, Уфа!” тапшырыуҙарының да үҙ тамашасыһы бар. Балалар өсөн беҙҙә “Ҡояшлы ҡала” программаһы бар, әлегә ул радио студияһынан әҙерләнә, тиҙҙән телевизион форматта ла эшләнәсәк.
Спорт уйындарын үҙ итеүселәр “Өфө” волейбол клубының матчтарын көтөп ала. Рәсәй премьер-лигаһында сығыш яһаған “Алиса” ҡатын-ҡыҙҙар гандбол клубының, ҡатнаш ММА ярыштарының телеэкранға сығыуы күптәр өсөн ысын мәғәнәһендә асышҡа әүерелде! Әлегәсә муниципаль каналдарҙа был клубтарҙың уйындары бер ҡасан да күрһәтелгәне булманы, ә беҙ инде өсөнсө йыл трансляцияларҙы күрһәтәбеҙ. Телевизор ҡараусылар быны хуплап ҡаршы ала, рәхәтләнеп ҡарай.
Электән тамашасылар яратып ҡараған “Ҡош юлы” (авторы – Миләүшә Иҙрисова) тапшырыуы тиҙҙән яңы форматта эфирға сығасаҡ. Фәтих Муллахмәтов йәштәр өсөн интернет-күҙәтеүгә ҡоролған программа әҙерләй. Дин, әхлаҡ темаларын күтәреү ҙә бөгөн үтә лә әһәмиәтле. Әхмәт хәҙрәт Әхмәров менән бик ҙур тапшырыуҙар шәлкеме әҙерләнек, унда бөгөнгөнөң мәсьәләләре күтәрелә: ковид шарттарында исем ҡушыу, никах уҡыу, мәрхүмдәрҙе ерләү һәм башҡалар. Мәсеттәр ябылған ҡатмарлы осорҙа ла бит тормош дауам итә: кемдер килә был донъяға, кемдер китә… Шул мәлдә халыҡҡа һүҙ ярҙамы, рухи терәк булырҙай тапшырыуҙар бик мөһим. Был хаҡта тамашасыларыбыҙ шылтыратып, яҙып тора, беҙгә рәхмәттәрен әйтә.
Төрлө конкурс-фестивалдәрҙә тапшырыуҙарыбыҙҙың еңеүҙәр яулауы ла шатландыра, әлбиттә. Мәҫәлән, күптән түгел Мәскәүҙә “Алтын көҙ” күргәҙмәһе сиктәрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй фестивалендә Ғәлимйән Ибәтуллиндың “Сәйәхәтсе һуҡмағы” тапшырыуы беренсе урын яуланы. Ярославль ҡалаһында үткәрелгән “Рәсәйҙең алтын балдағы” конкурсында Ләйсән Тимербулатова менән Нәркәс Йосопованың тапшырыуҙары приздарға лайыҡ булды. Беҙ уларҙы махсус рәүештә конкурстарға әҙерләмәнек, биҙәргә тырышманыҡ, был – көндәлек эфирға сыға торған материалдар. Эстәлеге аңлашылһын өсөн рус телендә субтитрҙар ғына һалдыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙы юғары баһаланылар.
– Ғөмүмән, бөгөн телевизор ҡараусыға ниндәй тапшырыуҙар кәрәк?
– Беҙ велосипед уйлап сығарырға йыйынмайбыҙ. “Ябайлыҡта – бөйөклөк” тиҙәрме әле… Кешеләргә ябай, аңлайышлы һәм иң мөһиме – эстәлекле контент кәрәк.
– Телеканалдың техник базаһы хаҡында…
– Техник база беҙҙе әлегә ҡәнәғәтләндерә, тип әйтә алам. Беҙҙең Телеүҙәк – уникаль бина! Ғәжәп бит: уҙған быуаттың 50-се йылдарында киләсәк телевидениеһының ниндәй булырға тейешлеген ҡайҙан күрә белделәр икән? Беҙҙең бина бөгөнгө талаптарға тулыһынса яуап бирә: дүрт студиябыҙ бар, шуларҙың икәүһе – заманса йыһазландырылған һанлы студиялар. АСБ-1 – легендар “Ҙур студия”быҙҙа заманында меңәрләгән тапшырыу, концерт, фильмдар, йәғни беҙҙең бөтөн “алтын фонд” эшләнгән. Әлеге мәлдә беҙ уны һәм АСБ-2 студияһын төҙөкләндерәбеҙ, сиратта – кесерәк АСБ-3, АСБ-4 студиялары.
Пандемия шарттарында беҙ даими уҙғарылған матбуғат конференцияларын туҡтатып торорға мәжбүр булдыҡ, ләкин тамашасыларыбыҙ менән бәйләнеш өҙөлмәне. Киреһенсә, пандемияның беренсе тулҡыны башланып, театрҙар, концерт ойошмалары ябылғас, республикабыҙҙың бөтөн ижади коллективтары беҙҙең каналдан тура эфирға сыға башланы. “Мираҫ” фольклор ансамбле, Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле, драма театрҙары, филармониялар үҙҙәренең программаларын, спектаклдәрен күрһәтә алды. Халҡыбыҙҙың сәнғәткә ихтыяжы бик ҙур бит – ошо трансляцияларҙы миллионлап кеше ҡараны. Мәҫәлән, БДФ миҙгел ябыу концертына халыҡ бара алманы, ә беҙ тотош республиканы йыйҙыҡ!
Меңәрләгән мәктәп балалары беҙҙең канал аша онлайн-дәрестәр алды. Йәш башҡарыусылар, мәҫәлән, Зәйнетдин, Алтынай Вәлитов, Миләүшә Хәйбуллиналар үҙҙәренең яңы клиптарын беҙгә килтерә, беҙ уларға ротация мөмкинлеген, ярҙам йөҙөнән, бушлай бирәбеҙ. Йәнә – башҡа телеканалдар музыкаль ҡотлауҙарҙы юғары хаҡҡа ҡабул итһә, беҙҙең “Ихлас күңелдән” исемле ҡотлауҙар тапшырыуы түләүһеҙ! Беҙ был тапшырыуҙарҙы халыҡтан аҡса йыйыу өсөн эшләмәйбеҙ, сөнки беҙҙең өсөн иң мөһиме – тамашасылар менән бәйләнеште нығытыу, халыҡҡа файҙа килтереү. Аҡса эшләүҙең башҡа ысулдары ла бар бит, мәҫәлән, реклама.
Башҡа каналдарҙан күпкә иртәрәк републикабыҙ ҡалаларының муниципаль студиялары менән бәйләнеш булдырҙыҡ. Улар әлеге мәлдә ауыр осор кисерә, шуға күрә, үҙебеҙҙең ваҡытты бүлеп, тапшырыуҙарын, реклама роликтарын эфирҙа урынлаштырабыҙ. Былар барыһы ла бушлай эшләнә. Ҡыҫҡаһы, каналыбыҙ бөгөн етди социаль проектҡа әүерелде.
– “Башҡортостан-24” каналына бынан ниндәй ҙә булһа файҙа бармы?
– Минеңсә, баш ҡалабыҙ Өфө республиканың тын алышын тойоп, ҡала һәм райондарҙа ниҙәр барын белеп торорға тейеш. Унан, беҙ ҙә бит үҙ офоҡтарыбыҙҙы киңәйтәбеҙ…
Әйткәндәй, әлеге мәлдә беҙҙең журналистар үҙ эштәрен генә түгел, ирекмәнлек хеҙмәтен дә үтәй. Мәҫәлән, йәш журналистарыбыҙ Рәлиә Сәхибгәрәева менән Нәркәс Йосопова Ковид-үҙәктә кешеләргә консультациялар бирә. Ҡыҙҙарға унда эшләү еңел түгел, әлбиттә, – иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем мәкерле сиргә дусар булып, юғалып ҡалған, төплө кәңәшкә мохтаж ватандаштарыбыҙға ярҙам күрһәтә улар. Уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ…
– Күптән түгел “Башҡортостан-24” каналы 22-се төймәлә эшләү хоҡуғына һынау тотоп, еңеп сыҡты. Быны каналдың эшмәкәрлегенә юғары баһа, тип ҡабул итергә кәрәктер…
– Эйе. Конкурста каналыбыҙҙың юғары кимәлен раҫлай алдыҡ, һәм был – беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Хәҙер бөтә операторҙар ҙа рәсми рәүештә беҙҙең каналды Өфөлә тап ошо төймәлә күрһәтергә тейеш. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы – 21-се төймәлә, “Башҡортостан-24” – 22-лә. Иң ҙур өҫтөнлөгөбөҙ – ике дәүләт телендә лә эшләйбеҙ! Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ни өсөн баш ҡалала йәшәгән милләттәштәребеҙ телевизорҙан туған телдәге тапшырыуҙарҙы ҡарауҙан мәхрүм булырға тейеш?! Был ҙур ғәҙелһеҙлек булыр ине. Шулай итеп, дәүләт телдәре тураһындағы законды тормошҡа ашырабыҙ. Икенсе яҡтан, конкурс комиссияһының беҙҙең каналға өҫтөнлөк биреүе ул баһа ғына түгел, ә ҙур яуаплылыҡ та бит!
– 22-се төймәлә канал Өфө өсөн эшләйәсәк. Ә республика буйынса?
– Республика буйынса әлегә төрлө төбәктә төрлөсә, ләкин тиҙҙән тотош республика кимәлендәге позицияға ла конкурс буласаҡ, һәм унда ла үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға ҡарар иттек.
– Идеаль телевидениены ниндәй итеп күрәһегеҙ?
– Тәү сиратта – халыҡ өсөн эшләгән, уның ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән, кешеләрҙең реаль проблемаларын сисә алырлыҡ, тура һүҙле, ғәҙел телевидение итеп.
Йыш ҡына үҙемә: “Беҙ нимә өсөн эшләйбеҙ, кемгә кәрәклебеҙ? 20 йылдан беҙҙең хаҡта нимә тиерҙәр?” – тигән һорау бирәм. Яңылыҡтар, эйе, бик мөһим, унһыҙ булмай. Ләкин, уйлап ҡараһаң, киләһе быуындар бит беҙҙең заман хаҡында ҙур эштәребеҙгә ҡарап фекер йөрөтәсәк. Республикабыҙҙа телевидениеға нигеҙ һалған шәхестәр, беҙгә тиклем ижад иткән оло быуындар киләсәкте ҡайғырта белгән. Тимәк, беҙ ҙә, киләсәккә төбәп, кешеләр күңеленә изгелек орлоҡтары сәсерҙәй, илебеҙҙе, заманыбыҙҙы данларҙай эштәр ҡалдырырға тейеш.
– Уҙып барған йыл телеканал өсөн ябай булманы… Уны нисек йомғаҡларға йыйынаһығыҙ?
– Эйе, 2020 йыл барыбыҙҙы ла һынауҙар алдына ҡуйҙы. Беҙ ҙә юғалтыуҙар кисерҙек: йәш, һәләтле журналисыбыҙ Галина Заводникова, күптәргә өлгө булырлыҡ өлкән коллегабыҙ Элеонора Дударь, талантлы оператор Илдар Насретдиновтар арабыҙҙан китте… Олораҡ хеҙмәттәштәребеҙ өйҙә ултырып торорға мәжбүр – беҙ уларҙы һаҡларға тейеш. Әлбиттә, пандемия эшебеҙгә лә төҙәтмәләр индерҙе: күп тапшырыуҙарыбыҙҙы онлайн тәртибендә үткәрәбеҙ, аралашыуҙар ҡырҡа кәмене. Ситтән ҡарағанда, телевидение эше бер ҙә ауыр түгел кеүек, ә беҙ бит һәр теманы, һәр тапшырыу, сюжетты йөрәгебеҙ аша үткәрәбеҙ. Юғиһә экрандан әйтелгән һүҙ тамашасының күңел ҡылдарын сиртмәйәсәк, шуға күрә барлыҡ коллегаларыма тәү сиратта сәләмәтлек һәм рух ныҡлығы теләгем килә.
Бәхеткә, ҡыуаныстарыбыҙ ҙа бар. Ошо көндәрҙә генә данлыҡлы дикторыбыҙ Наилә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдиноваға “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Был – барлыҡ коллективыбыҙ өсөн ҙур шатлыҡ!
Йылды матур ғына итеп оҙатҡы килә, әлбиттә. Әҙерлек эштәре бик әүҙем бара: махсус Яңы йыл программалары эшләйбеҙ, тәү тапҡыр сериалдар, балалар өсөн кино, анимацион, нәфис фильмдар һатып алдыҡ. Байрам каникулдарында һәр кем кинәнеп, үҙенә оҡшағанын һайлап ҡарай ала.
– Бөгөнгө телевидениеның төп миссияһын нимәлә күрәһегеҙ?
– Беҙҙең миссия – халыҡҡа мөмкин тиклем күберәк ярҙам итеү, тип иҫәпләйем. Кешеләр сирҙән, ҡурҡыныс, ҡайғылы хәбәрҙәрҙән, бар донъяны солғап алған хәүеф-хәтәрҙән арыны. Һәр кем, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ыңғай мәғлүмәткә, бәләкәй генә булһа ла байрамға мохтаж. Әҙәм балаһын бит өмөт йәшәтә, уға һулар һауа кеүек йылы һүҙ, яҡшы ҡараш, матур мөғәмәлә кәрәк, шуға күрә иң ҙур теләгем – тамашасыларыбыҙ беҙҙең менән булһын, аралар өҙөлмәһен ине. Барлыҡ дуҫтарыбыҙға әйтер һүҙем шул: беҙҙең каналды ҡарағыҙ, фекерҙәрегеҙҙе еткерегеҙ, тәнҡитләгеҙ, яҡшырағын тәҡдим итегеҙ! Ә беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалырға әҙер. Беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ!
Автор: Миләүшә ИҘРИСОВА әңгәмәләште
Һылтанма: https://bash.rbsmi.ru