Главная » Общество » «Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтте

«Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтте

4 мартта «Торатау» конгресс-холында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсының финалы үтәсәк. Ул 2017 йылдан башлап уңышлы ойошторолоп килә.  Быйыл 500-ҙән ашыу гүзәл зат үҙенең көсөн һынап ҡарарға йөрьәт итте.

Быға тиклем ”Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсын Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берлеге үҙ көсө менән ойоштора ине. Быйыл проект Башҡортостан республикаһының грантына эйә булды.
Сараның төп маҡсаттары һәм бурыстары ниндәй? Финал, бүләкләү тантанаһы ҡасан һәм ҡайҙа үтәсәк? Башлыса кемдәр ҡатнашырға теләк белдерҙе? Һәм унда ҡатнашырға теләүселәргә ниндәй талаптар ҡуйылғайны? Конференцияла ошо хаҡта һөйләшербеҙ.

 


Источник ГТРК «Башкортостан»

Прокомментировать